Гульгена Каримовна Кунаккильдина

Стих на башкирском языке
Гульгена Каримовна Кунаккильдина

Хәсән самауыр ҡайната,
Самауыры шыжламай.
Нимә булған самауырға
һис кенә лә ыжламай.

Кинәт теҙләнеп тороп
Самауырға төңөлә,
Әсмәбикә ергә ятып
Самауырға тын өрә.

- Шаян елкәй, өйөрөлмә,
Ҡуҙҙы елпеп һүндермә!
Беләһең бит һыуһағанды,
Йәндәремде көйҙөрмә!

Табында бит биш балабыҙ
Сәйҙе көтәләр һыуһап.
Тиҙерәк кенә ҡайнаһаң
Үҙеңә булыр сауап.

Өлкән улым югереп барып
Итек тотҡан кирзауай
Һә, тигәнсе көргөткәйне
Ҡайнап сыҡты, бит малай!

Самауыр сәйе эсәбеҙ
Күмәкләп тәмләп, яйлап.
Баллап, майлап, мәтрүшкәләп,
Самауыр сәйен данлап!