Сәләмәт бул, республика! - Аш юлы

Смотрите выпуск Сәләмәт бул, республика! - Аш юлы
Сәләмәт бул, республика! - Аш юлы

Рәсәй-Башҡортостан телеканалы Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә “Сәләмәт бул, Респрублика” тапшырыуын алып бара. Эфирҙа билдәле профессорҙар, медицина фәндәре кандидаттары, республика дауаханалары табиптары ҡатнаша.

Ашҡаҙан-эсәк юлы темаһын дауам итәбеҙ. Эфирҙа аш юлы йәғни ҡыҙыл үңәс сирҙәре һәм уны дауалау хаҡында әңгәмә ойошторолдо. Студия ҡунаҡтары — Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының күкрәк ситлеге ағзалары хирургы Таяр Даян улы Вилданов, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының табип-терапевты Руслан Мансур улы Ғүмәров һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән пациент Венер Сабирйән улы Мозафаров.

Беҙҙең тапшырыуҙа ҡатнашырға теләүселәр 295-98-73 телефонына шылтырата ала. Мөһим талап – пациенттарға анализдарын үҙҙәре менән алып килеү һорала.