Өҫтәл артында төҙ ултырыу арҡа һөйәгенең тигеҙлегенә булышлыҡ итә, тап 5-12 йәштәрҙә бала әүҙем үҫкән осорҙа арҡаһы төҙ булырға тейеш. Хатта ҡайһы бер илдәрҙә ошондай ҡоролмалар ҡулланалар, иң мөһиме яҙышҡанда балалар төҙ ултырырға тейеш. Ысынлап та, дөрөҫ хәстәрлек, сөнки арҡа һөйөгәнең дөрөҫ үҫешмәүе байтаҡ сирҙәргә килтереүе ихтимал. Иң ҡатмарлы осраҡтарҙа операция ла талап ителә. Был хаҡта ҡыҫҡа ғына видеояҙма ҡарап китергә тәҡдим итәбеҙ һәм һуңынан ошо сирҙәргә дусар булмаҫ өсөн профилактика саралары хаҡында әңгәмә ҡорасаҡбыҙ.
Сәләмәт бул, республика! - Умыртҡа һөйәге
Смотрите выпуск Сәләмәт бул, республика! - Умыртҡа һөйәге
