„Өфө ваҡыты” тапшырыуының 2 сентябрь сығарылышы. Темаһы — „Мәҙәни Өфө”. Алып барыусыһы - Айгөл Хисамова. Студия ҡунағы – күренекле композитор, Рәсәй авторлыҡ йәмғиәтенең ысын ағзаһы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, музыкаль педагог Илшат Марат улы Хәлилов.
„Мәҙәни Өфө” тигән тема менән билдәләнгән тапшырыуҙа, саҡырылған ҡунаҡ менән баш ҡалабыҙҙа, көҙөн, „Башҡортостан” киностудияһы төшөргән документаль фильм премьераһы, әле әҙерләнгән фильмдар тураһында, ижади асыштар, эш процессы һәм әлбиттә, илһам биргән онотолмаҫ тәьҫораттар хаҡында һөйләштек.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, „Өфө ваҡыты” интерактив программаһы „Башҡортостан 24” телеканалында һәм дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Студия телефоны — +7-(347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.