„Өфө ваҡыты„. 7 сентябрь. 12 сәғәт 20 минут. Айгөл Хисамова. „Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу нисек бара?„
„Башҡортостан-24„ телеканалында „Өфө ваҡыты„ тапшырыуының сираттағы сығарылышы эфирға сыҡты. Программаның темаһы — „Подписка – ҡыҙыу осор„. Студия ҡунағы — ,,Ватандаш„ журналының баш мөхәррире, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева. Ҡунағыбыҙ менән баш ҡалабыҙҙа сығып килгән ваҡытлы матбуғаттың ҡыҙған мәле – гәзит-журналдарға яҙылыу мәле хаҡында һөйләштек. „Ватандаш„ журналының яңылыҡтары менән таныштырҙыҡ, шулай уҡ журналистиканың бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында һүҙ йөрөттөк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, „Өфө ваҡыты„ интерактив программаһы „Башҡортостан-24„ телеканалында һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Студия телефоны — +7(347) 295-78-92, WhatsApp +7-937-840-24-24.