"Өфө ваҡыты" 9 сентябрь: юрист кәңәштәре

Ниндәй осраҡта кредит алыу кеҫәгә һуҡмай?
  • "Өфө ваҡыты" 9 сентябрь: юрист кәңәштәре

«Өфө ваҡыты» тапшырыуы. 9 сентябрь, йома, 19 сәғәт. 9 сентябрь сығарылышында беҙ һуңғы ун йыллыҡта халыҡ тарафынан йыш файҙаланылған кредит тураһында һөйләштек.

Ниндәй осраҡта кредит алыу кеҫәгә һуҡмай? Бурысты ҡаплар өсөн аҡсаң булмаһа, нишләргә? Бурысҡа батҡан хәлдә кемгә мөрәжәғәт итергә? Рәсми банкрот тип иҫәпләнгән кеше артабан нисек йәшәй? Ошо һәм башҡа финанс һорауҙарға яуапты беҙгә финанс һәм иҡтисад мәсьәләләре буйынса эксперт, юристконсульт Наил Таштимер улы Мырҙагилдин яуап бирҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Өфө ваҡыты» интерактив программаһы дүшәмбе көнө 19 сәғәттә һәм һәр шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә башлана.

Студия телефоны — +7(347) 295-78-92, WhatsApp +7-937-840-24-24.