"Өфө ваҡыты" 14 сентябрь: Өфөгә айнытҡыстар кәрәкме?

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында көн һайын эфирға сыҡҡан “Өфө ваҡыты” тапшырыуында бөгөн һүҙ ошо турала барҙы.
  • "Өфө ваҡыты" 14 сентябрь: Өфөгә айнытҡыстар кәрәкме?

Баш ҡалала иҫерек хәлдәге граждандарға социаль-реабилитация ярҙамы күрһәтеү үҙәге директоры Абдразаҡ Мусин әйтеүенсә, 8 айҙа Өфөләге 2 айнытҡысҡа 3 мең 640 самаһы кеше килтерелгән. Учреждение “клинеттарына” уртаса 45-50 йәш булһа, улар араһында сит ил граждандары, хатта ҡатын-ҡыҙҙар бар. Тағы шуныһы, айнытҡысҡа бәлиғ булмаған үҫмерҙәр килтерелгән. Тиҙҙән Өфөнөң Октябрьский районында тағы бер айнытҡыс асыуҙары ихтимал. Ошо туралағы тәҡдим Эске эштәр министрлығында тикшереү уҙа. “Өфө ваҡыты” тапшырыуының башҡорт телендәге сығарылыштары “Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында һәр шишәмбе һәм кесаҙна эфирға сыға.

Студия телефоны — +7(347) 295-78-92, WhatsApp +7-937-840-24-24.