“Өфө ваҡыты” 14 сентябрь: Өфөнөң милли музейы эшмәкәрлеге

Көндөҙгө эфир темаһы - ”Милли музейҙың биҙәктәре”.
  • “Өфө ваҡыты” 14 сентябрь: Өфөнөң милли музейы эшмәкәрлеге

“Башҡортостан-24” телеканалы эфирына “Өфө ваҡыты” тапшырыуының сираттағы - шаршамбы сығарылышы эфирға сыҡты. Көндөҙгө эфир темаһы – “Милли музейҙың биҙәктәре”.

Студия ҡунаҡтары – Башҡортостан Республикаһы Милли музейының ғилми сәркәтибе — Зөһрә Рафил ҡыҙы Иҫәнғолова; музейҙың эш башҡарыусыһы — Зилара Урал ҡыҙы Хәмитова.

Тапшырыу ҡунаҡтары Башҡортостандың йөҙөн сағылдырып тороусо милли музей эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үтте. Атап әйткәндә, яңыраҡ үткән “Этнокөн” – Милли кейем көнөнә арналған сара сиктәрендә үткәрелгән күргәҙмә, баш ҡаланың 450 йыллығын ҡаршылауға әҙерлек, милли музейҙың 160 йыллығына ҡарата үтәсәк мәҙәни акциялар тураһында ентекле һөйләне. Шулай уҡ студенттар өсөн махсус сығарылған Пушкин картаһы һәм уның менән нисек дөрөҫ файҙаланырға, ғаиләләр, балалар һәм хаҡлы ялда булыусылар өсөн булдырылған билет ташламалары хаҡында ла һүҙ барҙы. Милли музей фондының ғорурлығы булып торған ҡомартҡылар – айырым махсус быяла аҫтында һаҡланған Шайморатов генерал миҙалы, Салауат Юлаев ҡылысы һ.б. әйберҙәрҙе музейға килеүселәр килеп күрә ала. Күргәҙмәләрҙең төрлөлөгө халыҡты битараф ҡалдырмаҫ.

Тапшырыуҙы ҡараусылар ҙа әүҙем ҡатнашты, телефон аша шылтыратыусылар булды, ватсап аша ҡабул ителгән күп хәбәрҙәргә яуап ҡайтарылды.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.