«Өфө ваҡыты» 16 сентябрь: тура эфирҙа Резидә Әминева менән осраштыҡ

Башҡортостан-24» каналында барған "Өфө ваҡыты" тапшырыуының сираттағы. Тема – "Моң алиһәһе".
  • «Өфө ваҡыты» 16 сентябрь: тура эфирҙа Резидә Әминева менән осраштыҡ

"Башҡортостан-24" каналында барған «Өфө ваҡыты» тапшырыуының сираттағы, йома сығарылышы эфирға сыҡты. Тема – "Моң алиһәһе". Тура эфирҙа республикабыҙ эстрадаһы Һандуғасы, талант эйәһе, моң алиһәһе, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резидә Әминева менән осраштыҡ. Ижады тураһында һөйләштек, алдағы гастролдәре хаҡында белештек. Эфирҙа артисканың ижадын һөйөүселәрҙән шылтыратыуҙар булды, ватсап-хәбәрҙәре уҡылды, һәм әлбиттә, клиптары күрһәтелде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Өфө ваҡыты" дүшәмбелә 19 сәғәттә һәм һәр шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны — +7-(347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24