"Башҡортостан 24" муниципаль телевизион каналында "Өфө ваҡыты" тапшырыуының сираттағы сығарылышы эфирға сыҡты. Шишәмбе әңгәмәһендә Башҡортостандың терминология хеҙмәте етәксеһе Миңһылыу Усманова ҡатнашты.
Һуңғы осорҙа ғына түгел, ә йылдар дауамында Өфө урамдары, кибеттәр, сауҙа комплекстары, туҡталыштарҙың башҡорт телендәге тәржемәһе дөрөҫ яҙылмай. Сауҙа нөктәләре хужаларына ошо хаҡта иҫкәрмә яһауҙың файҙаһы юҡ. Мәсьәләне хәл итер өсөн Башҡортостан Хөкүмәте хаталы алтаҡталар хужаларына ҡаршы ҡәтғи саралар күреү кәрәклеген белдерә. “Башҡортостан 24” каналы тамашасылары иһә терминология хеҙмәте белгестәрен Өфө кибеттәре, сауҙа үҙәктәрендәге етешһеҙлектәрҙе, тәү сиратта, алтаҡталағы хаталарҙы бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтергә саҡыра. Бының өсөн Өфө мэрияһы менән бәйләнештәрҙе яйға һалыу бурысы тора.
"Өфө ваҡыты" тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға.
Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.







