"Өфө ваҡыты" 21 сентябрь: "Ковид-19" яңы тулҡын һәм вакцинация темаһы буйынса әңгәмә үтте

Тема – «Коронавирустың яңы тулҡыны. Уны нисек иҫкәртергә?»
  • "Өфө ваҡыты" 21 сентябрь: "Ковид-19" яңы тулҡын һәм вакцинация темаһы буйынса әңгәмә үтте

«Башҡортостан-24» муниципаль телевизион каналында «Өфө ваҡыты» тапшырыуының сираттағы, 21 сентябрь сығарылышы эфирға сыҡты.

Тура эфир студияһына ҡунаҡтар саҡырылды. Улар – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор, медицина өлкәһендә иң юғары награда — Пирогов исемендәге орден менән бүләкләнеүсе, Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһе ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Фәнил Булат улы Шәмиғолов һәм коронавирус сирен бер-нисә тапҡыр кисергән, ошо дауахана пациенты, баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе — Айгөл Исмәғилева. Тапшырыу барышында беҙ ҡунаҡтар менән коронавирус һәм унан нисек һаҡланырға, уның яңы тулҡынын нисек иҫкәртергә, шулай уҡ вакцинация компанияһы башланыу менән бәйле саралар тураһында һөйләштек. Программала темаға бәйле видеояҙмалар күрһәтелде, телевизор ҡараусыларҙан шылтыратыуҙар ҡабул ителде, ватсап-хәбәрҙәре уҡылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Өфө ваҡыты» тапшырыуы дүшәмбе һайын 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны — +7-(347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.