“Өфө ваҡыты” 22 сентябрь: “Таҙа Өфө” тураһында һөйләштек

Тема – “Таҙа Өфө”
  • “Өфө ваҡыты” 22 сентябрь: “Таҙа Өфө” тураһында һөйләштек

Кесаҙна, 22 сентябрҙә “Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында “Өфө ваҡыты” тапшырыуының сираттағы сығарылышы эфирға сыҡты. Кесаҙна әңгәмәһендә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Руфина Шиһапова ҡатнашты.

“Таҙа Өфө” темаһына арналған тапшырыу баш ҡалалағы экологик мөхит, уның урамдары, йәмәғәт урындарының бөхтәлегенә арналғайны. Ҡыҙанысҡа күрә, бөгөн мегаполистағы бихисап биләмәләргә таҙалыҡ етмәй. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалала сүп-сар ташларға ҡумталар һаны аҙ. Өфөнө таҙа тотоу өсөн “шәмбе өмәләре” файҙаһына өмөт итеү ҙә урынһыҙ. Тапшырыуҙа ҡаралған тағы бер мәсьәлә – көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүе заводтың булмауы. Бөтә сүп-сар бер полигонға өйөлә. Черкассы ауылы янындағы махсус зонаның майҙаны 160 гектарға, бейеклеге 9 ҡатлы йортҡа еткән. Тапшырыуҙа күтәрелгән барлыҡ мәсьәләләр Өфө хакимиәте менән бергә ентекләп тикшереләсәк.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.