"Өфө ваҡыты" 23 сентябрь: тура эфирҙа "Өфөнөң почетлы граждандары" темаһына әңгәмә үтте

Тема – «Өфөнөң маҡтаулы исемдәре»
  • "Өфө ваҡыты" 23 сентябрь: тура эфирҙа "Өфөнөң почетлы граждандары" темаһына әңгәмә үтте

«Башҡортостан-24» муниципаль телевизион каналында http://gtrk.tv/proekty/ufimskoe-vremya «Өфө ваҡыты» тапшырыуының сираттағы, 23 сентябрь сығарылышы эфирға сыҡты.

Тура эфир студияһына ҡунаҡтар саҡырылды. Улар – Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфөнөң почетлы гражданины Нәзифә Ҡадырова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, музыкант Ғәли Алтынбаев. Тапшырыу барышында беҙ ҡунаҡтар менән нисек ижад итә башлауҙары, йәшлек йылдарын иҫкә алдыҡ, хит-йырҙарының нисек һәм ҡасан, ниндәй шарттарҙа барлыҡҡа килеүҙәре, ниндәй проекттарҙа ҡатнашыуҙары, ижади асыштар, илһам һәм көс сығанағы тураһында һөйләштек. Программала артистарҙың сығышынан видеояҙма күрһәтелде, телевизор ҡараусыларҙан шылтыратыуҙар ҡабул ителде, ватсап-хәбәрҙәре уҡылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Өфө ваҡыты» тапшырыуы дүшәмбе һайын 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны — +7-(347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24