27 сентябрҙә «Башҡортостан 24» муниципаль телевизион каналында «Өфө ваҡыты» тапшырыуы эфирға сыҡты. Шишәмбе әңгәмәһендә Башҡортостандың Йәмәғәт советы ағзаһы, музыкант Илшат Абдуллин һәм Белорет районының Мәхмүт ауылынан күп балалы атай Сәлим Асҡаров ҡатнашты.
«Атайҙар ҡаһарманлығы» темаһына арналған тапшырыу Өфөлә һәм республикала социаль институт – ғаиләне һәм унда атайҙар ролен үҫтереүгә арналды. Был йәһәттән башҡарылған эштәрҙең береһе – «Атайҙар ҡаһарманлығы» миҙалы. Был йәмәғәт наградаһы хәҙер өсөнсө йыл рәттән тапшырылып, былтыр рәсми танылыу алды. Миҙалға быйыл республика һәм баш ҡаланан 21 кеше дәғүә итеп, 38 конкурсант еңеүсе тип табылды. Уларҙы бүләкләү 20 октябрҙә үтә.
«Өфө ваҡыты» тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.