“Өфө ваҡыты” 3 октябрь: билдәле ижадсы Лилиә Һаҡмар менән осраштыҡ

Тема – “Күп ҡырлы ижадсы Һаҡмар”.
  • “Өфө ваҡыты” 3 октябрь: билдәле ижадсы Лилиә Һаҡмар менән осраштыҡ

“Башҡортостан 24” телевизион каналында “Өфө ваҡыты” тапшырыуының сираттағы, 3 октябрь сығарылышы эфирға сыҡты. Үҙенең күркәм ғүмер байрамын – 60 йәшен билдәле яҙыусы һәм шағирә ниндәй эш һөҙөмтәләре менән ҡаршылай? 8 китап авторы, бер-нисә медиайыйынтыҡ сығарған Лилиә Һаҡмар яҙыусылыҡ менән генә сикләнмәй. Төрлө музыка ҡоралдарында уйнай, йырлай ҙа. Шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәре лә. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ижади конкурстың эксперт комиссияһы рәйесе лә, ансамблдәр ойоштороусыһы ла. Сатирик, мелодраматик, поэтик драмалар авторы ла, төрөксәнән, руссанан туранан-тура тәржемәсе лә. Үҙенең ижадында Лилиә Һаҡмар мөхәббәт һәм тыуған ергә ҡарата һөйөү, тәбиғәтте һаҡлау кеүек темаларҙы ғына түгел, ә патриотик рух, Ватан өсөн көрәшеү, туған ерҙе яҡлау кеүек сетерекле мәсьәләләрҙе күтәрә. Тапшырыуҙа Лилиә Һаҡмар шиғырына ижад ителгән „Башҡортостан„ йыры яңғыраны, телевизор ҡараусыларҙан күп кенә шылтыратыуҙар булды, ватсап-хәбәрҙәре уҡылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбелә 19 сәғәттә һәм һәр шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны — +7-(347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24