"Башҡортостан-24" телевизион каналында барған "Өфө ваҡыты" тапшырыуының сираттағы, 5 октябрь сығарылышы эфирға сыҡты. Уҡытыусылар тураһында һөйләгәндә, беҙ тәрбиәселәрҙе лә, уҡытыу менән бәйле педагогтарҙы ла күҙ уңында тотабыҙ. Ә бит уҡытыусы һәм тәрбиәсе ул тик мәктәп йәки белем йорто ғына түгел, ә шулай уҡ йөрәк наҙы, ғаилә йылыһы бирергә тырышҡан балалар йорттары ла. Шул уңайҙан беҙ тап ошо йүнәлештә хеҙмәт иткән, бөгөн шулай уҡ һөнәри байрамдарын тәрбиәләгән – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Ғаилә тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итеү үҙәге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәнисә Малик ҡыҙы Бәҙретдинова менән тура эфирҙа әңгәмәләштек.
Тапшырыуҙа телевизор ҡараусыларҙан бик күп шылтыратыуҙар яңғыраны, ватсап-хәбәрҙәре уҡылды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Өфө ваҡыты" тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны — +7-(347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.