“Башҡортостан-24” телевизион каналында барған “Өфө ваҡыты” тапшырыуының 12 октябрь сығарылышы эфирға сыҡты. Тура эфир студияһында беҙ педагог, хәрби психолог Ләйсән Әхәтова һәм үҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов менән мобилизацияға ебәрелгән ир-егеттәребеҙгә психологик яҡтан ниндәй ярҙам күрһәтелә алыуы тураһында һөйләштек. Ватаныбыҙҙы яҡлар өсөн егеттәребеҙ бер-бер артлы яу яланына сыға. Улар ниндәй әҙерлек этабын үтә, хәрби яҡтан нисек нығына? Ошо турала барыһын үҙ күҙҙәре менән күргән һәм йәне-тәне аша кисергән Илгиз Зәнфир улы һөйләп үтһә, психолог Ләйсән Азат ҡыҙы һалдаттарға ни тиклем психологик ярҙамдың көслө була алыуы тураһында бәйән итте. “Еңеү менән ҡайтығыҙ!” тип кенә өндәү аҙ, уларҙы ныҡлы нигеҙ менән төпләргә кәрәклеген асыҡ миҫалдарҙа иҫбатланы ул. Шулай уҡ ул ғәҙәти көнитмештә стресстарҙан арыныу юлдары хаҡында ла һөйләп үтте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны — +7-(347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24