“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында эфирға сыҡҡан “Өфө ваҡыты” тапшырыуының шишәмбе сығарылышында һүҙ ошо турала барҙы. Быйыл, мәҫәлән, һуңғы 30 йылда баш ҡалаға тәүге тапҡын 3 палубалы теплоходтар килгән. Яңылыҡтар бының менән генә бөтмәй. Киләһе йыл Ағиҙел ярында 4 палубанан торған “Мостай Кәрим” исемендәге пароходты көтәләр. Әле туристик индустриялар берлегенең төбәк ойошмаһы ошо сараға әҙерләнә. Берлек рәйесе Кинйә Күскилдин әйтеүенсә, сит субьекттар сәйәхәтселәрен баш ҡалала Милли музей, “Сармат алтындары”, башҡорт халҡының аш-һыуы ҡыҙыҡһындыра.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуында шулай уҡ баш ҡалаға юлламалар һатыу менән шөғөлләнгән агентлыҡтар һаны аталды. Туриндустрия вәкиле Айгөл Рәхмәтуллина әйтеүенсә, бөгөн республикала 46 фирма ошондай хеҙмәт күрһәтә. Ә сәйәхтселәр араһында иң популяр музейҙарҙың береһе — В.И. Лениндың йорт-музейы. Бында йылына 2 мең ярым самаһы кеше килә. Тиҙҙән иһә Өфөлә экскурсоводтар өсөн квалификация һынауҙары үтә. “Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
"Өфө ваҡыты" 18 октябрь: Өфөнөң туристик киләсәге бар!
Тема – "Өфөнөң туристик киләсәге бар"