“Башҡортостан-24” телевизион каналында барған “Өфө ваҡыты” тапшырыуының сираттағы, 20 октябрь сығарылышы эфирға сыҡты. Был юлы беҙ туған республикабыҙ һәм баш ҡалабыҙ Өфө өсөн күп көсөн һәм хеҙмәтен һалған билдәле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, философия фәндәре докторы, Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина менән осраштыҡ. Әммә маҡсатыбыҙ – уны ғәҙәтләнгәнебеҙсә, ғилми йәки рәсми яҡтан күрһәтеү түгел ине. Зөһрә Рәхмәтуллинаның ижады һуңғы йылдарҙа сәскә ата, үҫешә. Проза әҫәрҙәре, шиғырҙары, йырҙары менән ул тамашасы, тыңлаусы, уҡыусы иғтибарын һәм ихтирамын яулай. Йырҙарына профессиональ башҡарыусылар видеоклиптар төшөрә, улар зәңгәр экрандарҙан күрһәтелә, йырҙары радиола даими яңғырап тора. Уның бик нескә күңелле булыуы менән бер рәттән иҫ киткес көслө етәксе, рухлы һәм бик тә грамоталы икәнлеге хөрмәткә лайыҡ. Әңгәмә барышында Зөһрә Рәхмәтуллина нисек ижад ҡомарына күмелә башлауы, повестарына сюжеттарҙы ҡайҙан табыуы, йырҙарының нисек ижад ителеүе, шулай уҡ ғаиләһендә балаларҙы тәрбиәләүе, уларҙы рухи яҡтан нығытыуы тураһында ла ентекле һөйләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны — +7-(347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.