“Өфө ваҡыты” 21 октябрь: Башҡорт музыкаһының үрҙәре

Тема – “Музыкаль Өфө”
  • “Өфө ваҡыты” 21 октябрь: Башҡорт музыкаһының үрҙәре

“Башҡортостан-24” телевизион каналында барған “Өфө ваҡыты” тапшырыуының сираттағы, 21 октябрь сығарылышы эфирға сыҡты. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт Дәүләт Филармонияһының орган залында яңы концерттар циклы башланды. Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы республиканың билдәле композиторҙары хөрмәтенә “Башҡорт хор музыкаһы үрҙәре” тигән концерт шәлкеменең тәүге ҡарлуғасын осорҙо. Был шәлкемдәге беренсе сығыш билдәле автор Шамил Ибраһимовҡа арналды. Был турала тулыраҡ беҙгә студия ҡунаҡтары – хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижеры, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Алһыу Афған ҡыҙы Хәсбиуллина һәм каппела солисы, төбәк-ара конкурстар лауреаты Юлай Минибай улы Муллаянов һөйләне. Ҡунаҡтарыбыҙ шулай уҡ күстәнәс тә алып килгән. Солист Юлай Муллаянов башҡорт халҡының бөйөк йырын – “Ҡаһым түрә” не тура эфирҙа йырлап үтте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны — +7-(347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.