“Өфө ваҡыты” 25 октябрь: Өфөнөң сауҙа һәм иҡтисад колледжына 50 йыл

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында эфирға сыҡҡан “Өфө ваҡыты” тапшырыуының шишәмбе сығарылышында һүҙ ошо турала барҙы.
  • “Өфө ваҡыты” 25 октябрь: Өфөнөң сауҙа һәм иҡтисад колледжына 50  йыл

Баш ҡаланың сауҙа һәм иҡтисад колледжы федераль программа ярҙамында уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығыта. Колледж директоры Ришат Сабитов әйтеүенсә, студенттар бөгөн 10 йүнәлештә белем ала. Иң популяр һөнәрҙәр араһында – ашнаҡсы. Был дисциплина буйынса уҡырға инеүселәр араһында конкурс юғары. Әйткәндәй, белем биреү йорто хәҙер Мәскәү, башҡа ҙур ҡалалар менән хеҙмәттәшлек итә.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуында баш ҡалалағы “Нур” татар дәүләт театры артистары ла ҡыуаныстары менән уртаҡлашты. Ижади коллектив Пермь крайында уҙған “Сообщение” фестиваленә саҡырыу алғайны. Кудымкарҙа уҙған сарала Өфө артистары ҙур еңеү яуланы. “Фатима” спектакле баһалама комиссияһы тарафынан ыңғай билдәләнеп, театр артисы Сулпан Раянова “Ҡатын-ҡыҙ ролен иң яҡшы башҡарыусы” номинацияһында премияға лайыҡ булды. “Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.