“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында эфирға сыҡҡан “Өфө ваҡыты” тапшырыуының шишәмбе сығарылышында һүҙ өлөшләтә мобилизацияға алынған граждандарға ярҙам тураһында барҙы. Был эшкә ҡушылыусылар һаны көндән-көн арта. Ирекмәндәрҙең М. Шайморатов исемендәге отряды рәйесе, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, алдағы дүшәмбелә республиканан гуманитар йөк тейәгән ылау йәнә Донбассҡа юллана.
Ә Өфө эшҡыуарҙары иһә мобилизацияланған граждандарға ғына түгел, ә уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам ҡулы һуҙа. Баш ҡаланың йүнселдәр берлеге ағзаһы Гөлсәсәк Әлибаева һүҙҙәренә ҡарағанда, мобилизацияланғандарға ҡайһы бер фирмалар 550 000 һум күсергән. 100 000, 200 000 һум күсергәндәр ҙә байтаҡ. Өфө эшҡыуарҙары әҙерләгән ылау Ҡазан, Һарытау һәм башҡа ҡалаларҙа күнекмәләр үткән яҡташтарыбыҙға тапшырылған.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.