“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында эфирға сыҡҡан “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышында һүҙ ошо турала барҙы.
Республикала 160-тан ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта йәшәй. Башҡортостанда бөгөн теге йәки был милләттең үҫеше, уның мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа тотҡарлыҡ юҡ. Православ христиандар мосолмандарҙы, ә мосолмандар башҡа дин вәкилдәрен уларҙың байрамдары менән тәбрикләй, табын да, ҡайғы ла, шатлыҡ та, борсолоуҙар уртаҡ. Республика төркмәндәре берлеге етәксеһе Сапарморат Шанглиев әйтеүенсә, Башҡортостанда йәшәгән башҡа милләт вәкилдәре аҫаба халыҡтың телен, йырын, тарихын өйрәнергә тейеш. Башҡортостан халыҡтары дуҫлығы йорто етәксеһе Флүзә Ғайсина ла ошо фекерҙә. Әйткәндәй, Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Рәсәй субьекттарында бүлексәләре бар.
Ә “Халыҡтар берҙәмлеге көнө” алдынан Өфө модельерҙары Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттарҙың милли кейемдәре өлгөләрен тергеҙгән. Сәймә Хәсәнова етәкселегендәге төркөм эшен хәҙер илдең төрлө ҡалаларында күрергә мөмкин буласаҡ. “Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.