“Өфө ваҡыты” 8 ноябрь: Өфөлә фатирҙарға хаҡтар артабан да үҫәсәк

Тема - күсемһеҙ милек баҙары.
  • “Өфө ваҡыты” 8 ноябрь: Өфөлә фатирҙарға хаҡтар артабан да үҫәсәк

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында эфирға сыҡҡан “Өфө ваҡыты” тапшырыуының шишәмбе сығарылышында һүҙ күсемһеҙ милек баҙары тураһында барҙы.

Эксперт Азат Хамматов әйтеүенсә, Өфөлә торлаҡҡа хаҡ артыуының сәбәбе бер-нисә. Тәү сиратта — эске миграция. Башҡортостандың башҡа ҡала-райондарынан Өфөгә күсеп килергә теләүселәр һаны көндән-көн күбәйә. Икенсеһе иһә Рәсәйҙең башҡа субьекттарында эшләп, хаҡлы ялға сығыусыларҙың баш ҡалала төпләнеү теләген белдереүе. Бөгөн беренсел торлаҡ һатып алыусылар арта, ти эксперт. Ә “Ағиҙел аръяғы” микрорайоны Өфөнөң Затон һәм Дим биҫтәләренә алмашҡа киләсәк.

Баш ҡалала иһә республиканың “Иң яҡшы йәш математигы” исемен асыҡлайҙар. Теүәл фәндәр менән шөғөлләнгән уҡыусылар араһындағы “Матлет” олимпиадаһы хәҙер иң абруйлы ярыштарҙың береһе. Республика инженер интернат-лицейында үтәсәк “аҡыл турнирын”да сит төбәктәрҙән ҡатнашыусылар бар.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.