“Өфө ваҡыты” 10 ноябрь: Өфө менән Ҡазан театрҙары хеҙмәттәшлеге дауам итә

Тема – Өфөдә Ҡазан Камал театры.
  • “Өфө ваҡыты” 10 ноябрь: Өфө менән Ҡазан театрҙары хеҙмәттәшлеге дауам итә

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында эфирға сыҡҡан “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышында һүҙ милли театр, уның үҫеше тураһында барҙы.

Ғәлиәскәр Камар исемендәге Татар дәүләт академия драма һәм Башҡортостандың дәүләт театрҙары араһындағы ижади бәйләнеш тиҫтәләрсә йыл дауам итә. Ҡазандың төп ижади коллективтарының береһе етәксеһе Илфир Яҡупов әйтеүенсә, бындай мөнәсәбәт ике милләт – башҡорт һәм татар халҡының берҙәмлегенә миҫал. Әйткәндәй, Камал театры Өфөгә 2 йылға бер килеп торһа, һуңғы сәфәр 3 йылға тотҡарланды. Уның сәбәптәре лә бар. Беренсеһе –Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрындағы ремонт булһа, икенсеһе – коронавирус. Шулай ҙа, гастролдәр ойошторолдо. Үҙ сиратында Башҡортостан театрҙары Ҡазанда апрелдә һәм киләһе көҙ буласаҡ.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.