“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында эфирға сыҡҡан “Өфө ваҡыты” тапшырыуының шишәмбе сығарылышында һүҙ тап ҡарауһыҙ ҡалған эттәр тураһында барҙы. Башҡортостанда берәҙәк эттәргә бәйле яңы ҡанун донъя күрә. Хәҙер ҡарауһыҙ ҡалған һәм урманда йөрөгән эттәрҙең “ҡырағай хайуандар” тип аталыуы ихтимал. Был осраҡта иһә улар менән көрәшеү күпкә еңеләйә. Уларҙы аулау өсөн закон үҙгәрәсәк. Башҡортостан ҡала һәм райондарында бөгөн 160 000 меңгә яҡын берәҙәк эт бар тип иҫәпләнә. Уларҙан мал-тыуар ғына түгел, ә кешеләр ҙә зыян күрә. Былтыр, мәҫәлән, Учалы районы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында эттәр ике кешене талап үлтерҙе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Руфина Шиһапова әйтеүенсә, бөгөн эттәрҙе яҡлауға бәйле закондар кешеләре һаҡлауға бәйле ҡануниәттән яҡшыраҡ эшләй. Әммә, берәҙәк йорт хайуандарына ҡаршы көрәш юҡ кимәлендә. Парламент әҙерләгән тағы бер ҡануниәт тураһында айырым әйтергә кәрәк. Хәҙер Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙағы фатирҙарҙа йәшәп, үҙ торлағында бесәй һәм эт аҫырауға сикләү индерелеүе бар. Хужаларға билдәләнгән бермектән артыҡ бесәй һәм эт аҫырау тыйыласаҡ.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.