“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналындағы “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышында һүҙ миҙгел сирҙәре, уларҙан һаҡланыу тураһында барҙы. Һалҡындар һәм вирус икеһе бергә йөрөй. Тын юлдары ауырыуҙары таралыу, грипп сире Башҡортостан ҡаҙнаһына йыл һайын 500 000 000 һумға төшә.
Табип, медицина фәндәре кандидаты Наил Ғабдуллин ҡатнашлығындағы әңгәмәлә шулай уҡ балалар араһында насар ишетеү, һаңғыраулыҡты дауалау, кохлеар импланттар ҡуйыу хаҡында әйтелде. Ҡыҙғанысҡа күрә, Өфөлә һаңғырау сабыйҙар артыуы күҙәтелә. Уның сәбәбе – ауырға ҡалған әсәләрҙең сәләмәт тормош алып бармауы, үҫмерҙәрҙең һәр саҡ ҡолаҡсын аша музыка тыңлауы. Тыңҡышлыҡты дауалауға ваҡытында иғтибар кәрәк. Тура эфирҙағы һөйләшеүҙә тамашасыларға кәңәштәр бирелде.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.