“Өфө ваҡыты” 22 ноябрь: студияла Рәшиҙә Солтанова булды

Шишәмбе сығарылышында - Рәшиҙә Солтанова булды.
“Өфө ваҡыты” 22 ноябрь: студияла Рәшиҙә Солтанова булды

Өфөнөң “Никах һарайы” һәм әсәләргә арналған һәйкәле булырға тейеш. “Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналындағы “Өфө ваҡыты” тапшырыуының http://gtrk.tv/proekty/ufimskoe-vremya шишәмбе сығарылышында һүҙ ошо турала барҙы.

Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Рәшиҙә Солтанова әйтеүенсә, баш ҡалала демография өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. 11 айҙа Өфөлә 10 меңдән ашыу сабый тыуған, яңы никах теркәүселәр арта. Әммә, кире күренештәр юҡ түгел. Мәҫәлән, баш ҡалала айырылышыуҙар һаны артыуы күҙәтелә. Күп ҡатынлылыҡҡа бәйле ҡануниәт тә ентекле өйрәнелергә тейеш. Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы менән әңгәмә барышында Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов исемен мәңгеләштереү, бөгөнгө башҡарма власть органдары менән хеҙмәттәшлеккә баһа бирелде.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.