“Өфө ваҡыты” 24 ноябрь: Өфөлә мәсеттәр һанын күбәйтергә кәрәк

Студияла Өфө районы Булгаково ауылы мәсете имам-хатибы Нурмөхәмәт Нуриев.
  • “Өфө ваҡыты” 24 ноябрь: Өфөлә мәсеттәр һанын күбәйтергә кәрәк

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында эфирға сыҡҡан “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышында һүҙ ислам дине, уны үҫтереү, конфессия-ара мөнәсәбәттәр тураһында барҙы.

Өфө районы Булгаково ауылы мәсете имам-хатибы Нурмөхәмәт Нуриев әйтеүенсә, бөгөн Өфөнөң үҙәк өлөшө, шулай уҡ Сипайлово һәм башҡа биҫтәләренә иман йорттары кәрәк. Әлбиттә, йома вәғәздәренә йыйылыусылар өсөн мәсеттәр бар, әммә, бер-нисә йылдан уларҙың теләгәндәрҙе һыйҙыра алмауы ихтимал. Нурмөхәмәт Нуриев шулай уҡ иман йорттарында эшләүселәрҙең урындағы халыҡтан булыуы яҡлы. Күп ваҡыт мәсеттәрҙә халыҡ менән аралашҡандар Урта Азия граждандары, ситтән килеүселәргә ышаныс та әҙерәк.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.