Тема — “ Өфө студенттары осорға өйрәнә ”.
“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналындағы “Өфө ваҡыты” тапшырыуын кесаҙна сығарылышында. Өфө колледждарының һуңғы курстарында белем алған студенттар, һөнәри уҡыу йорттары педагогтары өсөн яңы дәрестәр индерелә. Быйылдан улар пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәнә. Баш ҡалала хәҙер махсус проект бойомға ашырыла. Махсус уҡыуҙарҙа меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Дрон һәм коптерҙар менән идара итергә өйрәнеү, тәү сиратта, студенттарға өҫтәмә белем биреү. Башҡортостандың йылдам һөнәри белем биреү үҙәге директоры урынбаҫары Гәүһәр Ғәлиева әйтеүенсә, проектҡа киләһе уҡыу йылынан Бәләбәй һәм республиканың башҡа ҡалалары ҡушыла.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
Тема – “ Өфөсә яңы йыл ”.
Баш ҡала яңы йылға әҙерләнә. Баш ҡаланың үҙәк майҙандарына шыршы ағастары ҡуйыла, һырғалаҡтар төҙөлә. Ә республика башлығының “Шыршы байрамы” иһә 22-се декабргә тәғәйенләнде. Тик яңы йылға арналған саралар ғинуар тамамланыу менән генә бөтмәй. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Ижади шыршы теләктәре” проекты старт алды. Ҡыш бабайға хат яҙып, бүләктәргә өмөт иткән кескәйҙәр был юлы үҙҙәренең һәләтен күрһәтә, билдәле артистар менән төп сәхнәләрҙә сығыш яһай ала. Бөгөнгә Ҡыш бабай исеменә ошондай тиҫтәләрсә хат килгән. Әкиәт геройына үтенес менән мөрәжәғәт иткән кескәйҙәр араһында республиканың төрла район-ҡалаларында йәшәгән сабыйҙар бар. Ҡыш бабайға хатты башҡорт телендә лә яҙырға мөмкин.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.