“Башҡортостан 24” мниципаль телевизион каналында эфирға сыҡҡан “Өфө ваҡыты” тапшырыуында был юлы ҡышын һыу инеү менән шөғөлләнеүселәр ҡатнашты. Баш ҡалабыҙҙа спорттың йүнәлешен үҙ итеүселәр күбәйә. “Аҡ һыуһар” клубында, мәҫәлән, 700-гә яҡын кеше ағза булып тора. Февралдә иһә Өфөләге Һалдат күлендә боҙло һыуҙа йөҙөү буйынса марафон ҡаралған. Ярышта 4 йәштән алып 88 йәшкә тиклемге “морждар” ҡатнашыу теләген белдергән. Айһылыу Камалова менән Руслан Ғәлиәхмәтов та улар исемлегенән. “Өфө ваҡыты” тапшырыуында шулай уҡ ҡышҡы йөҙөүгә әҙерләнеү, нисек итеп һыуға төшөү, үҙеңде еңеү тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостандың ҡышын һыуҙа йөҙөү федерацияһы идаралығы етәксеһе Петр Кисько әйтеүенсә, турнирға теләгән һәр кемде саҡыралар.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.