“Өфө ваҡыты” 2 февраль: Өфөлә метро төҙөү отошло буласаҡ

Тема - "Өфөлә метро төҙөү отошло буласаҡ".
  • “Өфө ваҡыты” 2 февраль: Өфөлә метро төҙөү отошло буласаҡ

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында эфирға сыҡҡан “Өфө ваҡыты” тапшырыуында был юлы һүҙ баш ҡаланы эсәр һыу менән тәьмин итеү тураһында барҙы. Республика башлығының тәбиғәт ресурстары менән файҙаланыу, экология буйынса йәмәғәт башланғыстарындағы кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов әйтеүенсә, Өфө халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүҙә бөгөнгә ҡыйынлыҡтар юҡ. Хәлдәр ҡатмарлаша ҡалһа, баш ҡалаға әлеге Архангель районынан торбалар һуҙырға тура киләсәк. Был урында һыу запастары бар. Өфө янында ҙур һыуһаҡлағыстар төҙөү ҙә кәрәкмәй. Беренсенән, Павловка гидростанцияһы бар, икенсенән баш ҡала ландшафты ҙур обьект урынлаштырырға ҡулайлы түгел. Рәсих Хәмитов шулай уҡ Башҡортостанда алмаздар барлығы хаҡында әйтте. Күҙаллауҙар буйынса ҡиммәтле аҫылташтарҙың дөйөм ауырлығы 150 миллион каратҡа тиң.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.