“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында эфирға сыҡҡан “Өфө ваҡыты” тапшырыуында һүҙ Башҡортостан матбуғатындағы иң оло баҫма – “Ағиҙел” журналының 100 йыллығы тураһында барҙы. Республика әҙәбиәте, уның ижади үҫешен даими яҡтыртыусы ваҡытлы матбуғат баҫмаһы уҡыусыға быуаттан ашыу тоғро хеҙмәт итә. Йөҙҙәрсә автор исемен асыусы журналдың яңы проекттары бихисап. Уларҙың береһе – “Аҡмулла арбаһы”. Тап уның ярҙамында Башҡортостан ғына түгел, ә Силәбе, Ырымбур һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттарҙың әҙиптәр, шағирҙар менән осрашыу, аралашыу мөмкинлеге бар. Тиҙҙән “Аҡмулла арбаһын” Мәскәүҙә ҡаршы аласаҡтар. “Ағиҙел” журналы “Башҡортостан 24” телевизион каналы менән хеҙмәттәшлек итә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин иҫтәлегенә бағышланған конкурс тап ошоға дәлил. Баҫманың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин менән “Өфө ваҡыты” тапшырыуындағы әңгәмәлә ижад, баҫманың 100 йыллыған саралар тураһында ентекле һөйләшеү булды.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.