"Өфө ваҡыты" 7 март: сығарылышта Алмас Әмиров ҡатнашты

Тема - "Мин ҡатын-ҡыҙҙан бәхетле".
  • "Өфө ваҡыты" 7 март: сығарылышта Алмас Әмиров ҡатнашты

“Өфө ваҡыты” тапшырыуының шишәмбе сығарылышында Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт, ихтирам һәм иғтибар төшөнсәләре тураһындағы һөйләшеү 8-се март байрамына арналғайны. Алмас Әмиров әйтеүенсә, гүзәл затҡа булған тойғолар бала саҡтан, атайҙарҙың әсәйҙәргә булған мөнәсәбәте менән тәрбиәләнә. Тормош иптәше Гөлнара Әмирова менән бергә йәшәүҙәренең 34 йыллығын билдәләгән актер Алмас Әмиров әйтеүенсә, бөгөн ғаиләлә тигеҙлек булырға тейеш.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.