"Өфө ваҡыты" 9 март: кесаҙна сығарылышында телевидение һәм радио ветераны Луиза Фархшатова ҡатнашты

Тема – "Тел киләсәге – балаларҙа".
  • "Өфө ваҡыты" 9 март: кесаҙна сығарылышында телевидение һәм радио ветераны Луиза Фархшатова ҡатнашты

“Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышында телевидение һәм радио ветераны Луиза Фархшатова ҡатнашты. “Рәсәй-Башҡортостан радиоһында” балалар өсөн сыға башлаған тапшырыуҙар шәлкеменең хәҙер айырым телеканалған әйләнеүендә Луиза Азамат ҡыҙының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Үҙенең 70 йәшен билдәләгән хеҙмәттәшебеҙ — 37 проект авторы. Тап уның программалары милли телевидениеның өлгөһө булып тора. Луиза Фархшатова менән әңгәмәлә башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре исемен мәңгеләштереү, тормош ҡиммәттәре тураһында һүҙ барҙы.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.