"Өфө ваҡыты" 30 март: Мәрйәм Бураҡаева менән әңгәмә

Тема - "Мин – халыҡ ҡыҙы".
  • "Өфө ваҡыты" 30 март: Мәрйәм Бураҡаева менән әңгәмә

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы ҡунағы — Салауат Юлаев ордены кавалеры, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева 80 йәшен ҡаршыланы. Билдәле шәхес менән әңгәмәлә был юлы һүҙ башҡорт зыялыларын тәрбиәләү һәм үҫтереү тураһында барҙы. Милләтте милләт, халыҡты халыҡ иткән төп фактор – ул ғилемле һәм мәҙәниәтле, рухлы кешеләрҙең булыуында. Әммә, бөгөнгө шарттарҙа был мәсьәләне хәл итеү ҡатмарлы, тип иҫәпләй Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы. Тапшырыуҙа милли мәғариф, уны камиллаштырыу хаҡында айырым әйтелде. Мәрйәм Бураҡаева башҡорт балалары өсөн “Йәйләү” ял лагеры авторы. Уҡыусыларҙың йәйге каникулы осоронда эшләгән был үҙәк хәҙер республиканың һәр ҡалаһы һәм райондары мәктәбендә тормошҡа уңышлы ашырыла.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.