"Өфө ваҡыты" 13 апрель: Өфөлә торлаҡ алып ҡалығыҙ

Республиканың баш ҡалаһында торлаҡҡа хаҡ Санкт-Петербург менән тиңләшә.
  • "Өфө ваҡыты" 13 апрель: Өфөлә торлаҡ алып ҡалығыҙ

Өфө халҡы хәҙер Төркиәне түгел, ә Дубайҙы яҡын күрә. “Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының сираттағы сығарылышы баш ҡалала торлаҡ һатып алыу, фатир хаҡтары тураһында барҙы.
Күсемһеҙ милек өлкә белгестәре Лилиә һәм Ғәлинур Байсыуаҡовтар әйтеүенсә, киләсәктә мегаполиста квадрат метрға хаҡ тағы артасаҡ. “Көнсығыш үткәүеле” төҙөлөп бөтөү менән Өфө йылғаһының икенсе яҡ ярында яңы йорттар ҡалҡып сығыуы, ҙур микрорайон барлыҡҡа килеүен бөгөндән әйтеп була. Бынан тыш, Дим биҫтәһе, Затон яғындағы Ағиҙел аръяғы төҙөлөш майҙандарында фатир һатып алыу отошло, ти риэлторҙар.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.