“Өфө ваҡыты" 20 апрель: Өфөгә фермер баҙары кәрәк

Башҡортостанда фермерлыҡ хужалыҡтары етештергән тауарҙы һатыуҙағы ҡыйынлыҡтар булырға тейеш түгел. Иң мөһиме - яҡтар араһындағы аңлашыусанлыҡ.
  • “Өфө ваҡыты" 20 апрель: Өфөгә фермер баҙары кәрәк

Башҡортостанда фермерлыҡ хужалыҡтары етештергән тауарҙы һатыуҙағы ҡыйынлыҡтар булырға тейеш түгел. Иң мөһиме — яҡтар араһындағы аңлашыусанлыҡ. “Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының сираттағы сығарылышы тап Өфөлә фермер кибеттәре селтәрен булдырыуға арналды. Студия ҡунағы – Башҡортостандың ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев әйтеүенсә, ошо йүнәлеште үҙ эсенә алған комплестарҙы ҡаланың уртаһында төҙөргә кәрәк. Тап шул саҡта республика фермерҙары тауары ситкә китмәй, ә урында ҡалыр ине. Был, үҙ сиратында иҡтисадты аграр секторҙы үҫтереүҙең йәнә бер юлы. Зифҡәт Сәйетғәлиев бөгөнгө шарттарҙа бәләкәй хужалыҡтарға дәүләт иғтибары кәрәк, тигән фекер яҡлы.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.