Өфө халҡына 8-се клиник дауахана табиптарына ҡабул ителеүгә яҙылыуҙа ҡыйынлыҡтар юҡ. “Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуында баш ҡаланың 8-се клиникаһы баш табибы Руслан Гәрәев ошо турала белдерҙе. Сәләмәтлек үҙәге хәҙер Өфө генә түгел, ә Башҡортостан өсөн күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа төп ғилми базаларҙың береһенә әйләнә. Быйылдан медицина учреждениеһында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау йүнәлеше асыла. Клиникалағы реабилитация бүлегендә иһә Рәсәйҙең Украинала уҙғарған махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға айырым курсын үтеү мөмкинлеге бар. Баш табип Руслан Гәрәев әйтеүенсә, 8-се дауахана үҙ традицияларына тоғро ҡала. Әйткәндәй, клиника 89 мең кешене хеҙмәтләндерә. Бер-нисә поликлиника, башҡа корпустар халыҡ сәләмәтлеге һағында. Клиник дауахананың балалар табыу йорто ла заман менән бергә атлай. Баш ҡалалағы берҙән-бер “Һөт банкы” ла тап ошо йортта. 8-се ҡала клиникаһының балалар табыу йорто баш мөдире Йәзилә Шевченко буласаҡ әсәйҙәрҙе үҙҙәренә саҡыра. Бындағы технологиялар, табиптар хәстәре ҡатын-ҡыҙҙарға бала табыуҙа ҙур терәк. Тамашасылар клиника табиптарына, хеҙмәткәрҙәргә үҙ рәхмәтен еткерҙе.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.