“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион канлының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының сираттағы сығарылышы баш ҡалалағы музейҙарҙың Бөйөк Еңеүҙе 78 йыллығын ҡаршылауға әҙерлегенә арналды. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейының ғилми хеҙмәткәре Гөлназ Кинйәбаева әйтеүенсә, музейҙа 9-сы майға арналған саралар күптән бара. Яңы экспозициялар ойоштороу менән бер рәттән, балаларҙа илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүгә айырым иғтибар. Бынан тыш, музей хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләүселәргә ярҙам күрһәтә. 9-сы ай көнөндә 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейындағы экскурсиялар түләүһеҙ.
Республиканың Хәрби Дан музейы иһә “Хәтер акцияһын” башланы. Музейҙа ошо көндәрҙә “Еңеү хатын” яҙырға мөмкин. Өсмөйөшлө хаттарҙы почта аша Башҡортостандың һәр ҡалаһы, районы һәм ауылына ебәреп була. Музейҙың ғилми хеҙмәткәре Әнисә Минниәхмәова әйтеүенсә, хат яҙырға теләүселәр бихисап. Быйыл почта ярҙамы менән кәмендә 20 мең адресатҡа сәләм һүҙҙәре оҙатыласаҡ.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.