“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” http://gtrk.tv/proekty/ufimskoe-vremya тапшырыуының кесаҙналағы, башҡорт телендәге сығарылышы баш ҡалала уҙасаҡ “Китап Байрам”ға арналды. Республикала бынан 30 йыл элек бересегә уҙғарылған ҙур сара хәҙер яңы һулыш алып, халыҡ-ара кимәлгә сыға. З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры урынбаҫары Люциә Ильсова әйтеүенсә, 26-сы майҙа Өфөгә донъяның төрлө дәүләттәре, шулай уҡ Рәсәй субьекттарынан нәшриәт йорттары вәкилдәре, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре килеүе көтөлә. Өфөләге Совет майҙаны 3 көнгә ҙур китап кибетенә әйләнә. “Китап Байрам” форумында Башҡортостандағы модуль китапханалар эшмәкәрлеге менән таныштырыу ҡаралған. Был бурысты Ишембай районындағы Этҡол ауылындағы мобиль китапхана атҡарып сығасаҡ. “Өфө ваҡыты” тапшырыуында ҡатнашыусы Ишембай китепханалар селтәре директоры Айгөл Ҡәҙерғолова әйтеүенсә, тап ошо сара тәжрибә уртаҡлашып, яңы килешеүҙәр төҙөү мөмкинлеген бирә.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
"Өфө ваҡыты" 11 май: сығарылыш баш ҡалала уҙасаҡ “Китап Байрам”ға арналды
Тема - "Өфө – ғилемле ҡала".