“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙналағы, башҡорт телендәге сығарылышында билдәле актриса, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева ҡатнашты. Тамашасыларға үҙенең башҡарған ролдәре менән яҡшы таныш булған сәхнә оҫтаһы быйыл үҙенең 70 йәшен билдәләй. Таңсулпан Даһи ҡыҙы әйтеүенсә, ул бер ҡасан да театрҙан китеп, эшен студенттар менән бәйләүгә үкенмәй. Һәр әйберҙең үҙ ваҡыты, ти юбиляр.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.