"Өфө ваҡыты" 24 август: Башҡортостан яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер

Тема – «Мәктәп 2023».
  • "Өфө ваҡыты" 24 август: Башҡортостан яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер

Башҡортостан яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер. Беренсе сентябрҙә республикала 77 белем усағы капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен аса. Быйыл шулай уҡ яңы 4 полилингваль белем усағы балаларҙы ҡабул итә. Ошо турала Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева “Өфө ваҡыты” программаһында белдерҙе. Министр урынбаҫары һүҙҙәренә ҡарағанда, республиканың ауыл еренә быйыл эшкә ҡайтҡан мөғәллимдәрҙең 600 мең һумлыҡ грант яулауына ышанысы ҙур. Тапшырыу барышында балаларҙы хеҙмәткә йәлеп итеү тураһында етди һөйләшеү булды.
Ә бына республикала бөгөн полилингваль йүнәлешле балалар баҡсаларына ҡытлыҡ һиҙелә. Башҡортостан исеменән Рәсәй тәрбиәселәренең Төнъяҡ Осетияла уҙасаҡ конкурсында сығыш яһаусы Гөлсинә Ишбаева атап үтелгән проектты бойомға ашырыу яғында. 202-се полилингваль балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе әйтеүенсә, сабыйҙар өсөн бер-нисә тел үҙләштереү ауырға тура килмәй. Кескәйҙәр сит телдәрҙе уйындар аша өйрәнә.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.