"Өфө ваҡыты" 31 август: Өфөләге “Нур” татар дәүләт театры Мәскәүгә гастролдәргә әҙерләнә

Ҡош киҙеүен еңеп була һәм Өфө театрҙары яңы миҙгелгә әҙерләнә.
  • "Өфө ваҡыты" 31 август: Өфөләге “Нур” татар дәүләт театры Мәскәүгә гастролдәргә әҙерләнә

Башҡортостанда ҡош киҙеүенә ҡаршы көрәш өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Вирус табылған Авдон фабрикаһында 3 миллион 186 мең баш тауыҡ юҡ ителеп, 12 миллион дана йомортҡа яндырылған. Был турала республиканың ветеринаия буйынса Дәүләт комитетының бүлек етәксеһе Линар Йыһаншин белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ауырыуҙы таратыусы төп сығанаҡ тип аҡсарлаҡтар иҫәпләнә. Шуға ла, ҙур йылғалар һәм күлдәр. Һыу ятҡылыҡтары буйындағы хужалыҡтар бөгөн һаҡлыҡ сараларының бөтә юлдарын күрергә тейеш. Волга буйы федераль округына ҡараған субьекттарҙа әлегә 60 урында ошо ауырыу табылыуы хәүеф менән янай. Бынан тыш, ҡош-ҡорт, тәү сиратта тауыҡ ите һәм йомортҡаһына хаҡтарҙы көйләр өсөн айырым ҡағиҙәләр үҙ көсөнә ингән.

Ә бына Өфөләге “Нур” татар дәүләт театры Мәскәүгә гастролдәргә әҙерләнә. Ижади труппа баш ҡала тамашасыларына 2 спектакль тәҡдим итәсәк. Өфө артистары премьера өҫтөндә эшләй. Быйыл “Нур” сәхнәһендә Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы ҡуйыла. Ошо хаҡта Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлназ Биктимерова менән Вилдан Мисбахов һөйләне.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.