“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышы тап милли шиғриәт, уның бөгөнгөһөнә арналды. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Өфөнөң почетлы гражданы Гөлфиә Юнысова әйтеүенсә, Өфө һәр саҡта милли әҙәбиәт үҙәге булып торҙо. Баш ҡала поэзия өсөн яңы һулыш һәм этәргес бирә. Өс тапҡыр Өфө ҡала советы депутаты булып һайланған ҡәләм оҫтаһы Гөлфиә Юнысова әйтеүенсә, мегаполистағы үҙгәрештәр замандың бөгөнгө саҡырыуына яуап бирә. Парктарҙы яңыртыу, күперҙәр төҙөү, әлбиттә, сығымлы эш. Шуға ҡарамаҫтан Өфө киләсәккә ышаныслы аҙымдар яһай.
“Йөрәк һүҙе” Өфө генә түгел, ә Башҡортостандың милли зыялыларын бергә туплаған шиғри майҙан. Ошо хаҡта проект авторы Наилә Сәфәрғолова белдерә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ижади ярыш киләсәктә үҙ майҙанын киңәйтергә тейеш.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.