«Өфө ваҡыты» тапшырыуының кесаҙналағы сығарылышында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, ғөмүмән, гүзәл заттарҙың хәҙерге заман шарттарына яраҡлашыуы, иң мөһиме — үҙҙәренә ышанысы тураһында һүҙ барҙы. «Стихия» гүзәллек студияһы етәксеһе Эльвира Ишморатова әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәрен-үҙҙәре тыйыуы күп осраҡта яҡшыға алып бармай. Улар психологик яҡтан ябылып, бикләнәләр. Хәҙер тәбиғи матурлыҡ модала, ти Эльвира Ишморатова. Тап шуға, айырым ҡалыптан сығырға ваҡыт, тигән фекерҙә «Стихия» студияһы етәксеһе.
Ә бына Өфөнөң модалы тормошо түгел, ә баш ҡаланың сауҙа баҙарын яҡлауҙа бөгөн икенсе төрлө аҙымдар талап ителә. Тәү сиратта, ауыл ерендә йәшәгән эшҡыуарҙар, фермерҙар етештергән тауарын һатырға тейеш. Бының өсөн тәҡдим ителгән продукцияның һауытын, ҡабын сағыу итеп эшләргә өйрәнергә ваҡыт. Финанс өлкә белгесе Люциә Дәүләтшина менән тапшырыуҙың икенсе өлөшөндәге фекер алышыу тап ошо турала.
«Өфө ваҡыты» тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.