Милли эстрадала үҙенең бихисап йырҙары менән танылыу алған артист ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләй.
Тура эфирҙа барған һөйләшеүҙә ижад, сәнғәттән тыш республика мәҙәниәте өсөн яңы закон проектына баһа бирелде. Башҡортостан парламенты хәҙер концерт-тамашаларҙа фонограммаға йырлауҙы сикләү тураһында документ әҙерләй. Резидә Әминова әйтеүенсә, был ҡанун ысын һәм ялған сәнғәт араһында сик ҡуясаҡ. Тамашасылар һорауҙарына яуап биреп, Резидә Рәүеф ҡыҙы тормошо, маҡсаттары тураһында һөйләне.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.