«Өфө ваҡыты» 22 февраль: Ил һаҡсылары мәктәптә тәрбиәләнә

Студия ҡунаҡтары яу юлын һәм әрме сафттарын үткән хәрбиҙәр. Отставкалағы подполковник, Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ Мәхмүт Сәлимов билдәләүенсә, бөгөн йәш быуынды тәрбиәләгәндә илһөйәрлек, Ватанды һаҡлау тигән төшөнсәне оноторға ярамай.
  • «Өфө ваҡыты» 22 февраль: Ил һаҡсылары  мәктәптә тәрбиәләнә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан «Башҡоростан 24» телевизион каналының «Өфө ваҡыты» тапшырыуы илһөйәрлек темаһына арналды. Студия ҡунаҡтары яу юлын һәм әрме сафттарын үткән хәрбиҙәр. Отставкалағы подполковник, Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ Мәхмүт Сәлимов билдәләүенсә, бөгөн йәш быуынды тәрбиәләгәндә илһөйәрлек, Ватанды һаҡлау тигән төшөнсәне оноторға ярамай. Мәхмүт Сәлимов әйтеүенсә, бөгөн мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек тигән дисциплинаны ҡайтанан индерергә кәрәк.

Өфөләге «Смарт» полилингваль мәктәбендә иһә балалар «Шайморатов синыфында» шөғөлләнәләр. Уҡыусылар араһында киләсәген хәрби тормошо менән бәйләргә теләүселәр ҙә юҡ түгел. Киләсәк быуынды әрме тормошо менән десантсы Айтуған Мостафин таныштыра.

«Өфө ваҡыты» тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.