Ауырлығы 1,8 килограммға еткән емеш яҡын арала дәүләт реестрына ла индерелә. Бынан тыш, тәжрибә үҙәгендә «Өфө» тигән тағы бер яңы сорт өҫтөндә эш алып барыла. Лимонарий етәксеһе, биология фәндәре кандидаты Фәриҙә Садыҡова һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорт ғалимдарының эше Рәсәй, донъя кимәлендә билдәле. Өфө лимондарын Башҡортостандан тыш, хәҙер Ҡара диңгеҙ ярындағы ҡалаларҙа үҫтерергә теләүселәр ҙә бар.
«Өфө ваҡыты» http://gtrk.tv/proekty/ufimskoe-vremya тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.