«Өфө ваҡыты» 7 март: Өфөнөң йүнсел ҡатындары

Ҡунаҡтарҙың береһе – «Сәләмәт ғаилә» үҙәге етәксеһе Зилә Аксенова.
  • «Өфө ваҡыты» 7 март: Өфөнөң йүнсел ҡатындары

«Башҡортостан 24» муниципаль телевизион каналының кесаҙналағы, башҡорт телендәге сығарылышы ҡалала үҙ эшен асҡан йүнсел ханымдар тураһында барҙы. Ҡунаҡтарҙың береһе – «Сәләмәт ғаилә» үҙәге етәксеһе Зилә Аксенова. Бизнес менән бергә айырым дәрестәр алып барған Зилә Рөстәм ҡыҙы эшҡыуарлыҡ менән ҡыҙыҡһыныусыларға ярҙам итергә әҙер. Гөлсәсәк Әлибаева иһә эшҡыуарлыҡтан тыш ирекмәнлек менән мәшғүл. Эшҡыуар ханым гумантитар йөк менән Донбассҡа барып ҡатйҡан.

«Өфө ваҡыты» тапшырыуында ҡатнашыусы эшҡыуар ханымдар бизнесты башлау, уның нескәлектәре тураһында серҙәр менән бүлеште.